4 декабрь, Йәкшәмбе

13 сентябрь 2011 йыл, 12:57

Торлаҡты сафҡа индереү буйынса Өфө районы алдынғылыҡҡа сыҡты

автор: Евгений Рәхимҡолов

Ағымдағы йылдың тәүге һигеҙ айы йомғаҡтары буйынса Өфө районы яңы торлаҡ төҙөү буйынса Башҡортостан муниципалитеттары араһында алдынғылыҡҡа сыҡты. Бында мең кешегә иҫәптә 900-өшәр квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. Сағыштырыу өсөн, ошо уҡ ваҡыт эсендә Өфөлә мең кешегә иҫәптә ни 300 квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Был хаҡта Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ҡала башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

— Өфө районында башлыса Өфө халҡы төҙөүен дә иғтибарға алырға кәрәк, әлбиттә,  — тип билдәләне Павел Качкаев. – Улар Өфө районында 80% самаһы торлаҡ төҙөгән. Шулай итеп, иң яҡын күршеләребеҙгә ярҙам итәбеҙ булып сыға.

Йәнә Павел Качкаев хәбәр итеүенсә, Өфөнөң үҙендә быйыл аҙ ҡатлы торлаҡты күпкә әҙерәк төҙөй башлағандар – 47% самаһы. Уның ҡарауы сафҡа индерелгән күп ҡатлы йорттар иҫәбе артҡан.