Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда ужым культураларын сәсеү дауам итә

Иҡтисад

Республикала ужым культураларын сәсеү дауам итә. Быйыл ужымға 581 мең гектар бүленгән. «БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге» дәүләт учреждениеһының оператив мәғлүмәттәренә ярашлы, 12 сентябргә ҡарата 431 мең гектар майҙанда буласаҡ уңышҡа нигеҙ һалынған, был пландан 74 процентты тәшкил итә.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, беҙҙә был страховка культураһын сәсеүҙе тамамлаған райондар бар – сәсеүҙе Баймаҡ, Белорет һәм Дәүләкән райондары уңышлы атҡарып сыҡҡан. Биш районда – Асҡын, Ауырғазы, Мәләүез, Мәсетле һәм Тәтешлелә – был эш 90 һәм унан күберәк процентҡа башҡарылған.

БР Ауыл хужалығы министрлығы белгестәренең фекеренсә, республиканың бихисап райондарында ошо көндәрҙә үткән ямғырҙар ужым культураларын сәсеүгә уңайлы шарттар булдырҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть