Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Уртаса эш хаҡы Өфөлә 24 меңгә тиерлек етә

Иҡтисад

Ағымдағы йылдың һигеҙ айы йомғаҡтары буйынса уртаса эш хаҡының кимәле 23800 һум тәшкил итте. Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда ул 12 процентҡа артҡан. Был хаҡта Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ҡала башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

— Һуңғы өс йылда эш хаҡы ҡалала тәүге тапҡыр ҡулланыусылар хаҡына ҡарағанда күберәккә артты, — тип аңлатма бирҙе ул. Ә был иһә халыҡтың ысынбарлыҡтағы табышының ысынлап артыуын аңлата.

Павел Качкаевтың бығаса биргән мәғлүмәттәренә ярашлы, Өфө уртаса эш хаҡы кимәле буйынса илебеҙҙең миллионлы халҡы булған ҡалалары араһында өсөнсө урында килә (Мәскәү һәм Санкт-Петербургты иҫәпкә алмағанда). Был күрһәткес буйынса Башҡортостандың баш ҡалаһынан Екатеринбург менән Новосибирск ҡына алдараҡ.

Шул уҡ ваҡытта Өфөлә хеҙмәт хаҡы буйынса рәсми бурыс әлеге ваҡытта, ҡала башлығы әйтеүенсә, ни бары 19,6 миллион һумды тәшкил итә. Был үҙенең хеҙмәткәрҙәренә бер ойошманың бурысы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть