9 декабрь, Йома

13 сентябрь 2011 йыл, 11:30

Өфөлә «Уралэкология. Сәнәғәт хәүефһеҙлеге – 2011» экофорумы үтәсәк

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың баш ҡалаһында 12 — 14 октябрҙә «Уралэкология. Сәнәғәт хәүефһеҙлеге – 2011» экологик форумы һәм махсуслаштырылған күргәҙмәһе үтәсәк. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге иң яҡшы фәнни-техник ҡаҙаныштарҙы демонстрациялау, ҡалдыҡтарҙы контролдә тотоу, утилләштереү, ҡайтанан эшкәртеү һәм ергә күмеү буйынса яңы технологияларҙы ҡулланылышҡа индереү — экофорумдың төп маҡсаты. Үҙ сиратында, күргәҙмә эшлекле бәйләнештәрҙе көйләүгә, тәбиғәтте һаҡлауға тәғәйенләнгән төрлө йүнәлештәге ҡорамалдар һәм продукция етештереү буйынса берлектәге проекттар булдырыуға булышлыҡ итәсәк. Бынан тыш, ул экологик эштәр һәм хеҙмәттәр баҙарын үҫтереүгә лә йүнәлтелгән.

Экофорум нигеҙендә тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге дәүләт сәйәсәтенә, шулай уҡ зыянлы производство объекттарының сәнәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү кеүек көнүҙәк мәсьәләләргә арналған ғилми-ғәмәли конференциялар үтәсәк. Форум программаһында һәр төрлө тематик түңәрәк өҫтәлдәр үткәреү, шулай уҡ «Ҡотҡарырға һәм һаҡлап ҡалырға» республика экологик акцияһына йомғаҡтар яһау планлаштырылған.  

«Уралэкология. Сәнәғәт хәүефһеҙлеге – 2011» Башҡортостан Хөкүмәте, төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм «Лигас» коммерция инновацион үҙәге ярҙамында үткәрелә.