5 декабрь, Дүшәмбе

13 сентябрь 2011 йыл, 10:23

Азамат Ҡолмөхәмәтов Сирияла илсе итеп тәғәйенләнде

автор: Айҙар Хөсәйенов

РФ Президенты Дмитрий Медведев Азамат Ҡолмөхәмәтовты Рәсәйҙең Сириялағы илсеһе итеп тәғәйенләне. Был хаҡта Кремлдең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Азамат Рәхмәт улы Ҡолмөхәмәтов 1953 йылда Башҡортостандың Нуриман районында тыуған. Өфөнөң 91-се мәктәбен, 1976 йылда СССР Сит ил эштәре министрлығының Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын тамамлаған. 1978 йылдан СССР Сит ил эштәре министрлығының һәм РФ Сит ил эштәре министрлығының үҙәк аппаратында, шулай уҡ сит илдә төрлө вазифаларҙа эшләгән. 1993-1998 йылдарҙа – РФ-тың Иорданиялағы Илселеге советнигы. 2000 йылдың декабренән РФ Сит ил эштәре министрлығының Яҡын Көнсығыш һәм Төньяҡ Африка департаменты директоры урынбаҫары вазифаһын биләгән. 2003 йылдың ғинуарынан – РФ-тың Кувейт дәүләтендәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе. 1-се класлы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы кесе илсе дипломатик дәрәжәһенә эйә, ғәрәп, инглиз һәм француз телдәрен белә.