9 декабрь, Йома

12 сентябрь 2011 йыл, 17:42

Үткән ял көндәрендә автоаварияларҙа 11 кеше һәләк булған

автор: Ольга Муртазина

Үткән йома, шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә республика юлдарында 49 юл-транспорт һәләкәте теркәлгән, 11 кеше һәләк булған, 56-һы йәрәхәт алған.

Иң ҡурҡыныс авария йома көндө Белорет районында булған. Ҙур тиҙлек менән килгән «Лада Приора» ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сығып, «Урал» машинаһына бәрелгән. Еңел автомобилдә булғандарҙың барыһы ла – водитель һәм дүрт пассажир – урында уҡ һәләк булған. «Урал» машинаһы водителе зыян күрмәгән, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәте.