7 декабрь, Шаршамбы

12 сентябрь 2011 йыл, 17:18

«Урал төҙөлөш индустрияһы -2011» форумы программаһында – төҙөлөш вакансиялары йәрминкәһе

автор: Галина Бахшиева

Өфөлә «Урал төҙөлөш индустрияһы-2011» форумы сиктәрендә Башҡортостандың төҙөлөш тармағы өсөн вакансиялар йәрминкәһе үткәреләсәк. Ул 20 һәм 21 сентябрҙә баш ҡаланың Спорт һарайында үтәсәк.

Йәрминкәгә килеүселәр республиканың вакансиялар банкы менән таныша, эш биреүселәр менән күҙгә-күҙ ҡарашып әңгәмәләшә, шулай уҡ эшкә урынлашыу, квалификация күтәреү, профессиональ белем алыу һәм ҡайтанан уҡыу буйынса консультациялар ала аласаҡ.

Шишәмбе, 20 сентябрҙә, вакансиялар йәрминкәһе – 13-17 сәғәттәрҙә, шаршамбыла 10-дан 16 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.