9 декабрь, Йома

12 сентябрь 2011 йыл, 17:01

Өфөлә бал йәрминкәһендә 87 тонна бал һатылған

автор: Любовь Колоколова

Өфөнөң Совет районында Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда үткән ял көндәрендә бал йәрминкәһе уҙғарылды. Быйыл VIII махсус башҡорт балы күргәҙмәһе-йәрминкәһендә һатыу итеү урындарының һаны рекордлы булды, йәғни Башҡортостандың 38 районынан – 384 урын.

Өфө ҡалаһы ҡала округының Совет районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хәбәр итеүенсә, йәрминкәлә 87 тонна бал һатылған.

Өс литрлыҡ банкалағы йүкә балына – 1600 һумдан алып, ҡарабойҙай балына – 1400 һумдан алып, сәскә балына 1300 һумдан алып һоранылар. Йәрминкәгә килеүселәргә бал һатып алырға Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге белгестәре лә ярҙам итте.

Бал йәрминкәһе сиктәрендә конкурс та үткәрелде. Уны ойоштороусылар булып Өфөнөң Совет районы хакимиәте һәм Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге сығыш яһаны. Улар төрлө номинациялар буйынса еңеүселрәҙе билдәләне.

Күсмә Кубок быйыл Йылайыр районына тапшырылды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр ул Нуриман районында булғайны.  

Өфөнөң Совет районы хакимиәте еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Махсус күргәҙмәлә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн 30 бал продукцияһын етештереүсе рәхмәт хатына лайыҡ булды.

Бал йәрминкәләрен үткәреү йолаһы Өфөлә генә түгел, Башҡортостандың башҡа ҡала һәм ауылдарында ла дауам итәсәк. Республикабыҙҙы юҡҡа ғына бал иле тип атамайҙар бит.