Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Технопарктарға Башҡортостанда 650 гектар ер бүленәсәк

Иҡтисад

Башҡортостанда технопарктар ойоштороу өсөн ике ҙур территория билдәләнгән.  Икеһе лә Өфөнән алыҫ түгел ерҙән бүленгән. Майҙаны 150 гектарға тиң беренсеһе — Благовещенск янында, Өфө ТЭЦ-ы эргәһендә, дөйөм майҙаны 500 гектар самаһына тиң икенсе территория Миловка районында, 5-се ТЭЦ янында урынлашҡан.

— Был участкалары төҙөкләндерелгән, йылылыҡ, һыу, электр уты үткән, юлдары һалынған, ғөмүмән, эш башлауға тулыһынса әҙер заманса майҙансыҡтар буласаҡ. Индустриаль проекттар — Благовещенск майҙансығы нигеҙендә, ә юғары технологиялы проекттар 5-се ТЭЦ районында урынлашасаҡ. Бөгөнгө көндә өҫтөнлөклө проекттар исемлегендә бындайҙар әлегә 50-ләп йыйылған. Үкенескә күрә, беҙҙә әлегә тиклем тарҡаулыҡ хөкөм һөрә, үҙ алдына эш итеүсе күп һанлы инновацион төркөмдәр һөҙөмтәлә дөйөм бер продукт эшләп сығарырға мөмкинлек бирмәй. Теге йәки был продукттарҙы баҙарға уңышлы сығарыр өсөн бергәләп тырышырға кәрәк, — тип иҫәпләй Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры Марат Мөлөков.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть