4 декабрь, Йәкшәмбе

12 сентябрь 2011 йыл, 16:02

«Сәләм» тапшырыуы республикала йәшәүсе һәр кешене Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тыуған көнө менән ҡотлаясаҡ

автор: Сергей Захаров

21 сентябрҙә билдәләнәсәк Башҡорт юлдаш телевидениеһының 10 йыллыҡ юбилейы айҡанлы «Сәләм» каналының ижади коллективы үҙенең тамашасыларына ғәҙәти булмаған бүләк әҙерләгән.

12-23 сентябрҙә республикала йәшәүсе һәр кеше Башҡортостан юлдаш телевидениеһын ҡотлау ғына түгел, тура эфирҙа үҙенең ҡалаһының йәки районының ҡаҙаныштары хаҡында ла һөйләү мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

«Сәләм» тапшырыуы редакцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, иртәнге телевизион акция өсөн Башҡортостандың туғыҙ төбәге һайланған, улар иҫәбендә Өфө лә бар. Был төбәктәрҙә төп байрам саралары үтәсәк.

Ике аҙна дауамында, иртәнге сәғәт 8-ҙән 9-ға тиклем, популяр алып барыусылар –  Наил Юнысов, Лилиә Ҡорамшина, Дмитрий Каретко һәм Ғәлиә Вәлиева зәңгәр экрандарҙан халыҡҡа ысын мәғәнәһендә шатлыҡ өләшәсәк.

Уларға республиканың билдәле артистары ла ярҙам итәсәк.