4 декабрь, Йәкшәмбе

12 сентябрь 2011 йыл, 15:41

Истанбул делегацияһы Өфөнөң йәмиғ мәсетендә булды

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Өфөгә визиты сиктәрендә ҡаланың Фәтих районы мэры Мостафа Демир етәкселегендәге Истанбул (Төркиә) делегаттары Өфөнөң беренсе йәмиғ мәсетенә барҙы. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин Төркиәнән килгән ҡунаҡтарға үҙенең резиденцияһын күрһәтте һәм дини ойошмаларының эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне.

Осрашыу барышында Тәлғәт Тажетдин менән Мостафа Демир хеҙмәттәшлек итеү тураһында һөйләшеү алып барҙы.