8 декабрь, Кесе йома

12 сентябрь 2011 йыл, 14:46

Йылайыр районында яңы мәсет асылды

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Йылайыр районының Һабыр ауылында мәсет асыу тантанаһы үтте.

Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, урындағы һәм район хакимиәттәре вәкилдәре, Йылайыр, Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарының дин хеҙмәткәрҙәре ауыл халҡын ғибәҙәт йорто асылыуы менән ҡотланы.

Һабыр халҡы алдында сығыш яһап, мөфтөй уларҙы мәсеткә йышыраҡ йөрөргә, татыу йәшәргә саҡырҙы, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назаратынан.

темалар: дин, төҙөлөш