Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда ике миллион ярым тонна иген йыйылған

Иҡтисад

«БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге» дәүләт учреждениеһының 12 сентябргә ҡарата оператив мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 1 млн 648 мең гектарҙың 1 млн 254 мең гектарында ашлыҡ урып һуғылған, был барлыҡ майҙандарҙың 76 процентын тәшкил итә.

Иң күп ашлыҡ Стәрлетамаҡ районында һуғылған, бында сәсеүлек майҙандарының 81 процентынан 177,4 мең тонна иген йыйып алынған. Саҡмағош районы (117,5 мең тонна), Илеш (111,7 мең тонна), Ауырғазы (111 мең тонна), Мәләүез (106,3 мең тонна) райондары игенселәре лә йөҙ мең тоннанан ашыу иген йыйып алған, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Дөйөм алғанда республика буйынса бөгөн 2 млн 589 мең тонна ашлыҡ һуғылған. Иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларының иң юғары уңышы Саҡмағош районында теркәлгән – бында гектарынан уртаса алғанда 33,2 центнер ашлыҡ йыйып алына. Стәрлетамаҡ һәм Дүртөйлө районы игенселәре лә 30 центнерҙан юғарыраҡ уңыш алғандар иҫәбендә — 32,7 и 30,4 ц/га. Республика буйынса уртаса уңыш быйыл гектарынан 20,7 центнерға етә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть