5 декабрь, Дүшәмбе

12 сентябрь 2011 йыл, 13:01

Шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу Башҡортостандың биш районында алып барыла

автор: Любовь Колоколова

Республиканың биш районында – Әлшәйҙә, Благоварҙа, Бүздәктә, Мәләүездә һәм Шишмәлә — шәкәр сөгөлдөрөн йыйып алыу эштәре алып барыла. Үткән аҙна аҙағындағы мәғлүмәттәргә ярашлы, планлаштырылған 64039 гектарҙың 1160-ында татлы тамыраҙыҡтар йыйып алынған. Уртаса уңыш гектарынан 253 центнерға етә, әлегә йәмғеһе 29325 тонна сөгөлдөр ҡаҙып алынған.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был техник культураны үҫтереү менән быйыл республиканың 27 районында шөғөлләнәләр. Шәкәр сөгөлдөрөнә иң ҙур майҙан Әлшәй районында ҡалдырылған – бында 7101 гектарҙа урып йыйыу эштәрен үткәрергә тура киләсәк. Әлегә район хужалыҡтары 350 гектар майҙандағы уңышын йыйып алған.