7 декабрь, Шаршамбы

12 сентябрь 2011 йыл, 12:52

Рөстәм Хәмитов Ейәнсура районында ураҡ эштәре барышы менән танышты

автор: «Башинформ» | фото: Рәиф Баҙыҡов

«Ергән МТС-ы» предприятиеһының «Ейәнсура» бүлексәһе баҫыуында Рөстәм Хәмитов бойҙай урыу барышы менән танышты. Был хужалыҡ «Ергән МТС-ы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте нигеҙендә 2009 йылда ойошторолған. Ит һәм һөт етештереү, шулай уҡ үҫемлекселек уның төп йүнәлештәре булып тора. Предприятиела 4100 баш эре мал иҫәпләнә, ҡуртымға алынған ер майҙандары 22 мең гектарҙан ашыу тәшкил итә. Хужалыҡ арыш, бойҙай, арпа культураларын, көнбағыш, бер йыллыҡ һәм күп йыллыҡ үләндәр үҫтереү менән шөғөлләнә. Әлеге ваҡытта предприятие 5000 гектарҙан ашыу иген культураларын урып йыйған, 95408 центнеры һуғылған. Уртаса уңдырышлыҡ гектарынан 18,4 центнерҙы тәшкил иткән. Бынан тыш, 3644 тонна бесән, 23300 тонна сенаж һәм 5564 тонна силос әҙерләнгән. Шулай уҡ хужалыҡ ужым культураларын сәсә башлаған: бөгөнгө көнгә ул 2900 гектарҙа сәселгән, план буйынса 3200 гектарҙа сәсеү ҡарала.