6 декабрь, Шишәмбе

12 сентябрь 2011 йыл, 12:28

Башҡортостан Президенты Йылайырҙағы мәктәп төҙөлөшөн тикшерҙе

автор: "Башинформ"

Йылайыр районы үҙәгендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 340 урынлыҡ мәктәп төҙөлөшөн тикшерҙе. 121 млн һумлыҡ дөйөм белем биреү учреждениеһы 2009 йылдың апрелендә төҙөлә башлаған. Бөгөнгө көндә 93 миллион һумдан ашыу сумма үҙләштерелгән.

Әлеге ваҡытта фундаменты, стеналары, таяуҙары һәм ҡыйығы күтәрелгән, биналарҙы биҙәү, тышҡы инженерлыҡ селтәрҙәрен, сантехниканы монтажлау, территорияһын төҙөкләндереү эштәре алып барыла. Төҙөлөш-монтажлау эштәрен тулыһынса тамамлау октябргә планлаштырылған.

Шул уҡ ваҡытта әле һаман трансформатор подстанцияһы һәм модулле ҡаҙанлыҡ һатып алынмаған һәм урынлаштырылмаған. Ҡаҙанлыҡ, мәктәп өсөн ҡорамалдар һәм инвентарь һатып алыу октябрҙең икенсе яртыһына ғына планлаштырыла. Шуға күрә ул 2011 йылдың декабренән иртәрәк асылмаясаҡ.

Рөстәм Хәмитов уларҙың визиты ваҡытында уҡыу йортонда ниңә төҙөлөш эштәренең алып барылмауы менән ҡыҙыҡһынды һәм төҙөлөш тиҙлеген арттырыуҙы талап итте.