10 декабрь, Шәмбе

12 сентябрь 2011 йыл, 11:51

Рөстәм Хәмитов Ейәнсура районында ферманы ҡыҫҡа сроктарҙа төҙөп бөтөүҙе талап итте

автор: «Башинформ» | фото: Рәиф Баҙыҡов

Ейәнсура районы буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Яңы Себенле ауылында төҙөлөп ятҡан һөтсөлөк-тауар фермаһында булды. 1280 һыйырға иҫәпләнгән был комплекс төҙөлөп бөтмәгән объект булараҡ иҫәпләнә. Ул 2008 йылдың көҙөндә төҙөлә башлаған, әммә килеп сыҡҡан финанс мәсьәләләр арҡаһында төҙөлөш туҡтатылған. Бөгөнгө көнгә комплексҡа 356 миллион һум һалынған. Уны төҙөп бөтөү өсөн дөйөм алғанда – 126 миллион һум самаһы, беренсе сиратын тамамлау өсөн 31 миллион кәрәк буласаҡ. Икенсе сират 480 башҡа иҫәпләнгән һыйыр аҙбарын, һуйыу цехын, ветеринария пунктын, мал аҙығын һаҡлау урынын төҙөүҙе күҙ уңында тота. Һөтсөлөк-тауар ферма төҙөлөшөн бер өҙлөкһөҙ финанслағанда, уны 2012 йылға тамамлау күҙаллана. Шулай уҡ бында тоҡомло мал һатып алыу планлаштырыла.  

— Комлексты ҡыҫҡа сроктарҙа төҙөп бөтөргә һәм сафҡа индерергә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. – Бының өсөн средстволар табырбыҙ. Объект 99 процентҡа әҙер, шуға күрә уны төҙөп бөтмәһәк — ғәфү ителмәйәсәк. 2012 йылда – икенсе сиратын төҙөп бөтөү, ә 2013 йылда проект ҡеүәтенә сығыу зарур. Бер юлы продукцияны эшкәртеү һәм һатыу хаҡында уйларға кәрәк.