7 декабрь, Шаршамбы

12 сентябрь 2011 йыл, 10:31

Рөстәм Хәмитов «Рәсәй автомобиль юлдары» идараһы рәйесенең беренсе урынбаҫары Сергей Кельбах менән осрашты

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков

9 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Рәсәй автомобиль юлдары» дәүләт компанияһы» идараһы рәйесенең беренсе урынбаҫары Сергей Кельбах менән осрашты.

Республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, осрашыуҙа «Баулы-Күмертау» автомобиль юлын төҙөү барышы тикшерелде, юл Башҡортостан биләмәһенән «Европа – Көнбайыш Ҡытай» халыҡ-ара транспорт коридоры составында үтә. Республикала юлдың дөйөм оҙонлоғо 260 километрҙан ашыу буласаҡ. Трасса төбәктең киләһе эре сәнәғәт ҡалалары эргәһенән үтәсәк: Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат, Мәләүез һәм Күмертау.

— «Европа – Ҡытай» транспорт коридоры башта икенсе маршрут буйынса үтә ине, шуға күрә уны Башҡортостан биләмәһенән үткәреү бер нисек тә килеп сыҡмай ине, — тип билдәләне Сергей Кельбах. – Һуңғы туғыҙ, ун ай дауамында беҙ әүҙем эшләнек, һәм кисә Ырымбур өлкәһе губернаторынан өлкә аша коридарҙың көньяҡ өлөшөнөң үтеүенә генә түгел, «Баулы-Күмертау» трассаһының үтеүенә лә рөхсәт алдым. Рәсәйҙең транспорт министры исеменә лә хат әҙер.

Рөстәм Хәмитов Сергей Кельбахҡа яҡшы яңылыҡ өсөн рәхмәт белдерҙе.

— Аңлауымса, хәҙер беҙ ошо йүнәлештә үҫешәсәкбеҙ, — тип билдәләне республика Президенты. – Беҙҙә, атап әйткәндә, Күмертау ҡалаһында, ҙур проекттар бар. Ҡалала туннель, күперҙәр, аэропорт, тимер юл бәйләнеше бар. Рәсәйҙең транспорт министры ла был хаҡта белергә тейеш, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Сергей Кельбах иҡтисади күҙлектән транспорт коридоры даланан түгел, бынан үтергә тейеш, тип билдәләне.

— Башҡаса мөмкин дә түгел, — тип белдерҙе Башҡортостан Президенты. – Төбәгебеҙ ҙур – дүрт миллион кеше. Дөйөм алғанда, беҙҙең республика аша иң ҙур йөктәр хәрәкәте үтә. Беҙгә тиҙ арала юлдар, күперҙәр кәрәк. Төбәкте Екатеринбург, Силәбе, Ырымбур, Ҡазан, Һамар кеүек эре үҙәктәр уратып алған. Эргә-тирәбеҙҙә — 20-25 миллион кеше. Ә беҙ был эре төбәктең үҙәгендә булған кеүекбеҙ. Бына ошондай ҡыҙыҡлы һәм ҙур тема.