3 декабрь, Шәмбе

12 сентябрь 2011 йыл, 10:54

Әбйәлил районында 225 уҡыусы мәктәп кәрәк-яраҡтары менән тәьмин ителгән

автор: Тимур Рәхмәтуллин

«Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит!» мәрхәмәтлек акцияһы дауамында Әбйәлил районында аҙ тәьмин ителгән, имен булмаған һәм күп балалы ғаиләләрҙә үҫкән 225 бала, шул иҫәптән инвалид балалар һәм ауыр хәлдә ҡалған үҫмерҙәр мәктәп кәрәк-яраҡтары менән тәьмин ителгән. Акция Әбйәлил районы хакимиәте ҡарамағындағы Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия, Ғаилә, әсәлек, аталыҡ һәм балалыҡты һаҡлау мәсьәләләре буйынса ведомство-ара совет, Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге менән үткәрелгән.

Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, мәктәп уҡыусылары өсөн тауарҙарҙың дөйөм суммаһы 76472 һум тәшкил иткән. Балаларға райондың төрлө ойошмалары коллективтары, ауыл биләмәләре хакимиәттәре, эшҡыуарҙар, физик шәхестәр ярҙам күрһәткән.