6 декабрь, Шишәмбе

12 сентябрь 2011 йыл, 10:28

Дөйөм ҡала өмәһе Өфөлә 24 сентябргә билдәләнгән

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Бөгөндән, 12 сентябрҙән башлап, Өфө биләмәһен санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү айлығы башлана. Айлыҡ 10 октябрҙә тамамланасаҡ. Тейешле ҡарарға ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев ҡул ҡуйған. Ул Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһындағы декларацияны ҡабул итеү көнөн байрам итеү уңайынан ҡала биләмәһен санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү маҡсатында үткәрелә, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Айлыҡ дауамында юлдар, тротуарҙар, ҡоймалар, парапеттарҙы, бина фасадтарын ремонтлау, юлдар, урамдар, квартал араһы территорияларын таҙалау, гараж кооперативтары, баҡсасылыҡ ширҡәттәре биләмәләрен, йылға-күлдәрҙең яр буйҙарын, йырындарҙы сүп-сарҙан таҙартыу, ҡала биләмәһендәге шишмәләрҙе төҙөкләндереү эштәре ойоштороласаҡ, санитар йомалар үткәреләсәк.

24 сентябрҙә республиканың баш ҡалаһын санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса дөйөм ҡала өмәһе үтәсәк.

Айлыҡта һәм дөйөм ҡала өмәһендә Өфө ойошмалары һәм учреждениеларының, уҡыу йорттарының, ҡала халҡының ҡатнашыуы көтөлә.