Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.62 ↑

EUR 68.75 ↓

19 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Автоинспекторҙар Бөрө интернатына автоҡаласыҡ бүләк итте

Йәмғиәт

Бөрөнөң коррекцион мәктәп-интернаты Дәүләт автоинспекцияһынан икеләтә бүләк алды. Яңы уҡыу йылы алдынан мәктәптә оло ремонт үтте. Ә Беренсе сентябрҙән һуң автоҡаласыҡ асылды.

— Республиканың ЮХХДИ идаралығы Бөрө интернатына 2010 йылдың декабренән шефлыҡ итә, — тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән. — Яңы уҡыу миҙгелендә тәрбиәләнеүселәрҙе һәм уҡытыусыларҙы сюрприз көтөүе хаҡында идаралыҡ етәксеһе Динар Ғилметдинов беренсе осрашыуҙа уҡ әйткәйне һәм һүҙендә торҙо.

Коррекцион мәктәптә бөтә республиканан йыйылған 200-ҙән ашыу бала уҡый һәм дауалана. Яңы майҙансыҡта уҡыусылар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен практикала үҙләштерә һәм юлдағы хәрәкәттә ҡатнашырға өйрәнә аласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть