Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

1 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Сибайҙың 22 магазинында пенсионерҙар өсөн ташламалар ҡаралған

Йәмғиәт

Шәмбенән алып Сибайҙа «Мәрхәмәтлек айлығы» старт алды, уның дауамында ололар бер нисә сауҙа, йәмәғәт туҡланыу һәм көнкүреш хеҙмәтләндереү предприятиеларында ташламаларҙан файҙалана аласаҡ, тип хәбәр иттеләр Сибай хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән. Акция 1 октябрҙә билдәләнеүсе Халыҡ-ара ололар көнөнә ҡарата ойошторолған.

Оло йәштәгеләр, пенсия таныҡлығын күрһәтеп, тауар йәки хеҙмәт хаҡынан 2- проценттан 20 процентҡа тиклем ташлама ала аласаҡ. Ололар өсөн ташламалар ҡаралған 22 предприятие араһында  аҙыҡ-түлек, өҫ кейеме, аяҡ кейеме, көнкүреш һәм компьютер техникаһы, мебель, уйынсыҡ, туҡымалар, косметика, көнкүреш химияһы, үҫемлектәр, һауыт-һаба магазиндары, шулай уҡ дөйөм туҡланыу объекттары һәм бер автосервис бар.

«Мәрхәмәтлек айлығы» 10 октябрҙә тамамланасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть