9 декабрь, Йома

12 сентябрь 2011 йыл, 9:01

Октябрьскийҙа ӨДНТУ-ның яңы корпусы асылды

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Азат Саҙрыев

Башҡортостан Республикаһында «Берҙәм Рәсәй» көндәре сиктәрендә Октябрьскийҙа Өфө дәүләт нефть техник университетының яңы корпусы асылды. Яңы корпусты асыу тантанаһында «Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк бүлексәһе һәм республика етәкселеге вәкилдәренән торған рәсми делегация ҡатнашты.  

Яңы корпус асылыуы арҡаһында филиал базаһы 15 уҡыу аудиторияһына артты, улар иҫәбендә алты лекция, алты практик дәрестәр бүлмәһе, ике компьютер класы һәм спорт залы бар.

«Башинформ» агентлығына Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Юлия Функтың хәбәр итеүенсә, быйылғы уҡыу йылында Октябрьский ҡалаһындағы ӨДНТУ филиалында дөйөм алғанда 2833 студент белем ала, шуларҙың 652-һе – көндөҙгө бүлектә, 329-ы – көндөҙгө-ситтән тороп һәм 1852-һе – ситтән тороп уҡыу бүлегендә. Быйыл беренсе курсҡа 465 кеше ҡабул ителгән, киләһе йылда уны 485-кә еткереү планлаштырыла. Филиалда 89 уҡытыусы, шул иҫәптән 11 фән докторы эшләй.

темалар: мәғариф