Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Интернет аша балалар баҡсаһына сиратҡа баҫырға мөмкин

Иҡтисад

Өфөлә 1 сентябрҙән өйҙән — компьютер ярҙамында сиратҡа баҫыу мөмкинлеге булдырылды. Мәктәпкәсә учреждениела урын алыуға баланы Өфө хакимиәтенең Мәғариф идаралығындағы Мәғариф порталында йәки ошо һылтанма аша теркәргә мөмкин. Был сара сираттың нисек күсеүен интернет аша ҡарап барыу һәм уның хәрәкәтенең асыҡлығын тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк, шулай уҡ ҡала халҡының ваҡытын экономиялаясаҡ.

Хәйер, ведомствонан аңлатыуҙарынса, элекке схема буйынса — районығыҙҙағы мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итеп тә сиратҡа торорға мөмкин.

Сиратҡа баҫҡан ваҡытта тыуған һорауҙар буйынса йәшәгән урынығыҙ буйынса мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Граждандарҙы ҡабул итеү көндәре: дүшәмбе – 14-18 сәғәттәрҙә, шишәмбе, шаршамбы, кесаҙна –  10-дан 18-гә тиклем. Үҙегеҙ менән паспорт һәм балағыҙҙың тыуыу тураһында таныҡлығын алырға кәрәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть