9 декабрь, Йома

09 сентябрь 2011 йыл, 17:08

Башҡортостанда 148 меңдән ашыу эшһеҙ иҫәпләнә

автор: Галина Бахшиева

Йыл башынан Башҡортостандың халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенә яҡынса 245 мең кеше мөрәжәғәт иткән. Уларҙың 90 мең тирәһе яраҡлы эш табыуҙа ярҙам итеүҙе һораған. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең күпселеге, йәғни 63 мең кеше эшкә урынлаштырылған.

Башҡортостандың Дәүләт халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ағымдағы йыл башынан улар 155 мең тирәһе вакансия алған. Әлеге ваҡытта республика хеҙмәт биржаһының вакансиялар банкында яҡынса 36 мең буш эш урыны иҫәпләнә. Рәсми рәүештә теркәлгән эшһеҙҙәр һаны иһә төбәктә 30 меңгә барып баҫа. Көсөргәнешлек коэффициенты (эш эҙләүселәр һәм вакансиялар иҫәбенең нисбәте) Башҡортостанда 0,9-ға тиң. Теркәлгән эшһеҙлек кимәле республикала әлегә 1,5 процент тәшкил итә.

Шул уҡ ваҡытта, ағымдағы йылдың уртаса май-июнь айҙарына халыҡты мәшғүллек мәсьәләләре буйынса тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә 148 меңдән ашыу эшһеҙ иҫәпләнә. Дөйөм эшһеҙлек кимәле ете процентҡа тиң. Башҡортостандың иҡтисади әүҙем халҡы һаны 2 миллион 140 меңдән ашыу кеше тәшкил итә.