8 декабрь, Кесе йома

09 сентябрь 2011 йыл, 16:24

Республикала «Берҙәм Рәсәй» көндәре үтә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһы көндәре үтә. Был юлы партияның төбәк сәйәси советы секретары, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев етәкселегендәге берҙәм рәсәйлеләрҙең төбәк бүлексәһе делегацияһы Туймазы районына һәм Октябрьский ҡалаһына юллана.

Программа ике көнгә иҫәпләнгән. Бөгөн делегация Туймазы районына барасаҡ. Көн сараларға бай булмаҡсы. Берҙәм рәсәйлеләр урындағы етештереүселәр тауарҙары күргәҙмәһендә, яңы тыуған сабыйҙарҙы бала табыу йортонан ҡаршы алыу, никах теркәү тантаналарында, ҡала паркындағы балалар байрамында ҡатнашасаҡ, Халыҡ университетында белем алыусылар һәм Туймазы районының Ветерандар советы ағзалары менән осрашасаҡ.

Көндөң икенсе яртыһында делегация райондың бер нисә сәнәғәт һәм аграр предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышасаҡ. Шулай уҡ был көндә берҙәм рәсәйлеләрҙең Туймазы эшҡыуарҙары һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының Туймазылағы бүлексәһе менән осрашыуы үтәсәк.

Шәмбелә делегация Октябрьскийға юл тотасаҡ. Бында Башҡортостан Республикаһының мотокросс буйынса чемпионатын асыу тантанаһы буласаҡ. Шулай уҡ берҙәм рәсәйлеләр «Үҙ йортом» республика программаһы сиктәрендә ҡалала шәхси торлаҡ йорттар төҙөү барышы менән танышасаҡ, 2-се ҡала дауаханаһына барасаҡ.

Октябрьский ҡалаһына визит айырыуса спорт сараларына бай булмаҡсы. Шулай уҡ был көндө берҙәм рәсәйлеләр ҡаланың бизнес-инкубаторына һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты филиалына барырға ниәтләй.