4 декабрь, Йәкшәмбе

09 сентябрь 2011 йыл, 15:32

Өфөлә Йылы күл таҙартылды

автор: Галина Бахшиева

Өфөлә «Тәбиғәт һәм кеше» экологик акцияла ҡатнашыусылар Йылы күлдең яр буйы биләмәһен сүп-сарҙан таҙартты. Калинин районының «Лидер» балалар һәм үҫмерҙәр клубтары берләшмәһе сараны ойоштороусы булып сығыш яһаны.

Акцияла ҡатнашыусы 80 кеше, шул иҫәптән Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Өфө территориаль идаралығы хеҙмәткәрҙәре дөйөм алғанда 140 тоҡ сүп-сар йыйҙы. Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфө биләмәһен таҙартыу һәм төҙөкләндереүҙән тыш, «Тәбиғәт һәм кеше» экологик акцияһы сиктәрендә баш ҡала уҡыусылары һәм уҡытыусылары ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртасаҡ. Сөнки үҙғарылған акцияның төп маҡсаты – балаларҙа тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.