9 декабрь, Йома

09 сентябрь 2011 йыл, 15:03

Өфөлә өс бүлмәлеләр өсөн ҡуртым ставкаһы өс айҙа 3,6 процентҡа кәмегән

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Йыл башынан алып фатирҙы ҡуртымға алыу буйынса уртаса хаҡ 1,7 процентҡа артты. Өс айҙа (июнь-август) бөтә төр фатирҙар буйынса ул 12793 һум тәшкил итте. Майҙан алып ҡуртым ставкаһы 1,8 процентҡа кәмене. Был хаҡта «Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре аналитиктары хәбәр итә.

Бер бүлмәле фатирҙар сегментында ҡуртым ставкаһы 2,6 процентҡа күтәрелде. Ике һәм өс бүлмәлеләр иһә 1,3 һәм 3,6 процентҡа арзанайҙы.

Ҡала үҙәге һәм Йәшел сауҡалыҡ ҡуртым ставкаһы буйынса алдынғылыҡты бирмәй. Был райондарҙағы фатирҙарҙы ҡуртымға алыу өсөн айына 10-20 мең түләргә кәрәк. Артабан Сипайлово биҫтәһе килә, бында торлаҡ өсөн айына 9500-ҙән алып 17 мең һумға тиклем түләүҙе һорайҙар.