10 декабрь, Шәмбе

09 сентябрь 2011 йыл, 14:57

Тәтешле районында «Һаумыһығыҙ, был беҙ!» балалар байрамы үтте

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Тәтешле районының «Яңы Тәтешле» удмурт тарихи-мәҙәни үҙәге балалар өсөн «Һаумыһығыҙ, был беҙ!» исеме аҫтында Асыҡ ишектәр көнө үткәрҙе.

Балалар урындағы китапхана, мәҙәниәт йорто, музей эше менән танышты. Мәктәп уҡыусылары китапхана фондында булған удмурт телендәге балалар өсөн китаптарҙы ентекле өйрәнде, ижади түңәрәктәр хаҡында мәғлүмәт алды, музей экспонаттарын ҡараны һәм китапхана, Удмурт тарихи-мәҙәни үҙәк хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән күңелле уйындарҙа, викториналарҙа ҡатнашты.

«Яңы Тәтешле» удмурт тарихи-мәҙәни үҙәге мөдире Антонина Шәйбәкова билдәләүенсә, музейҙағы элекке фотоларҙы ҡарап, күп балалар үҙҙәренең өләсәйҙәрен һәм ҡартатайҙарын таныған.

Тарихи-мәҙәни үҙәк мөдире һүҙҙәре буйынса, «Һаумыһығыҙ, был беҙ!» байрамы матур йолаға әүерелә. Беренсе класс уҡыусылары өсөн бындай форматтағы Асыҡ ишектәр көнө инде йыл һайын сентябрь башында үткәреләсәк.