7 декабрь, Шаршамбы

09 сентябрь 2011 йыл, 14:05

Сибайҙа «Йәштәр коррупцияға ҡаршы» стенгазеталар конкурсы үткәреләсәк

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Сибайҙа 15 — 30 сентябрҙә ҡаланың юғары, урта махсус уҡыу йорттары һәм йәмәғәт берекмәләре араһында  «Йәштәр коррупцияға ҡаршы» стенгазеталар конкурсы үткәрелә. Уны Сибай хакимиәтенең Йәштәр эштәре буйынса комитеты ойоштора.  

Конкурс эштәрен район хакимиәтенең, йәмәғәт ойошмаларының вәкилдәренән торған жюри ҡараясаҡ.

Сибай хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, сағыулыҡ, матур эшләнеше, бирергә теләгән фекерҙең тулыһынса асылыуы, эште биҙәүгә үҙенсәлекле ҡараш, гәзиттең ижади ярыш маҡсаттарына, бурыстары һәм талаптарына яуап биреүе баһалауҙың төп критейҙары буласаҡ. 5 — 14 октябрҙә конкурсҡа тәҡдим ителгән эштәрҙән күргәҙмә ойоштороласаҡ.