11 декабрь, Йәкшәмбе

09 сентябрь 2011 йыл, 12:48

Башҡортостандың Төҙөүселәр союзында 500-гә тиклем ойошма ҡатнаша ала

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

«Башҡортостан Республикаһының Төҙөүселәр союзы» эш биреүселәрҙең үҙен үҙе көйләүсе ойошмаһы» коммерцияға ҡарамаған партнерлығының киләһе йылға мөһим бурыстарының береһе – барлыҡ техник сикләүҙәрҙе һәм ҡағиҙәләрҙе ҡәтғи үтәү. Был хаҡта Пратнерлыҡтың дөйөм йыйылышында Башҡортостандың Төҙөүселәр союзы президенты Рәшит Мәмлиев хәбәр итте.

Бынан тыш, Партнерлыҡта ҡатнашыусылар һанын 450-500 ойошмаға тиклем еткереү, юридик һәм айырым кешеләргә зыян килтереү осраҡтарына юл ҡуймау, төҙөлөш-монтажлау эштәренең һәм капиталь төҙөлөш объекттарының сифатын арттырыу ҙа Партнерлыҡ бурыстары булып тора.

— Эш биреүселәр менән республика һәм тармаҡ тариф килешеүҙәренең барлыҡ талаптарын үтәүен тәьмин итеү зарур, — тине Рәшит Мәмлиев. – Беҙгә кадрҙар квалификацияһын күтәреү системаһын камиллаштырырға, шулай уҡ төҙөлөш комплексы етәкселәрен һәм хеҙмәткәрҙәрен аттестациялауҙың берҙәм системаһын булдырырға кәрәк.