Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов Күмертау авиация предприятиеһында булды

Иҡтисад

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов эш сәфәре менән Күмертау ҡалаһында булды. Сәфәренең тәүге пункты —  Күмертау күмер разрезында Премьер-министр уны артабан файҙаланыу перспективаларын баһаланы.

«Ротор» тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә уны ике урынлыҡ Р-30 «Rotorfly» еңел вертолетының осоу-техник характеристикалары менән таныштырҙылар. Һауа судноһын эшләүсе инженерҙар билдәләүенсә, ҡулай хаҡы, эксплуатациялауҙа уңайлылығы, автомобиль бензинын күп ҡулланмауы (сәғәтенә ни бары 15 литр), конструкцияһының ышаныслылығы арҡаһында «Rotorfly» вертолеты халыҡҡа иң яҡыны иҫәпләнә һәм осорға өйрәтеүҙә күпләп файҙаланыла. Белгестәр фекеренсә, бындай вертолет яғыулыҡ-энергетика комплексы объекттарына патруллек итеүҙә, шулай уҡ ауыл хужалығы эштәрендә иҡтисади яҡтан отошло буласаҡ. Пилотһыҙ версияһы буйынса эштәр башланған. Идара ителеүсе вариантына ла автопилот ҡуйыу күҙаллана.

«Күмертау авиация производство предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә Азамат Илембәтов етештереү цехтарында булды һәм «Ка-27ПС» вертолетында һауаға күтәрелде. Визиты дауамында Премьер-министр, республиканың авиация сәнәғәтен уңышлы үҫтереүгә бөтә перспективалары ла бар, «Rotorfly» проектына мотлаҡ ярҙам буласаҡ  һәм уны финанслау хәл ителәсәк, тип билдәләне.

Эш сәфәре һуңында Азамат Илембәтов Ғафури урамындағы төҙөлөш майҙансығын ҡараны, унда граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан икенсеһенә күсереү программаһы буйынса күп фатирлы торлаҡ йорттар төҙөлә.

Ошо уҡ көндө Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры йәнә бер авиапредприятиены — Өфө районының Нижегородка ауылында урынлашҡан «Кондор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ҡараны. Бында «Vimana» һәм «Savana» маркаһындағы тотош металдан эшләнгән ике урынлыҡ самолеттарҙы һатыу һәм хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнәләр. Деталдәр Италиянан ҡайтарыла. Өфөлә самолеттар тулыһынса йыйыла, двигатель ҡуйыла һәм самолетты осоп һынап ҡарау үткәрелә. Предприятие 4 урынлыҡ «Bingo» самолеты производствоһын үҙләштерергә планлаштыра, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть