11 декабрь, Йәкшәмбе

09 сентябрь 2011 йыл, 12:06

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүәселәр билдәләнде

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостанда 2011 йылға журналистика өлкәһендә иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн республика Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына дәғүәселәр билдәләнде. Башҡортостандың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов уларҙың исемдәрен атаны.  

Махсус булдырылған Хөкүмәт комиссияһы һайлап алған дәғүәселәр исемлегендә — дүрт коллектив һәм ете индивидуаль эш авторы, тип хәбәр иттеләр республика Журналистар союзынан. Шулай итеп, комиссия конкурста ҡатнашыуға түбәндәгеләрҙе индерҙе: Ринат Фәйзрахманов, Ринат Рәжәпов һәм Илдар Әхиәров составындағы коллектив – «Необычные названия: истории и быль» мәҡәләләр циклы өсөн («Республика Башкортостан» нәшриәт йорто); Ғәлим Хисамов, Тәлғәт Сәғитов, Ғәлиә Ғәлимова һәм Юрий Илингин — «Әхмәтзәки Вәлиди» китабы өсөн (Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте); Эмиль Мусин, Венера Ильясова, Алексей Шильников һәм Ләлә Латипова – үҙҙәренең өлгөһөндә әхлаҡи һәм рухи камиллыҡҡа ынтылыуға, кешелек ҡиммәттәрен нығытыуға булышлыҡ итеүсе замандаштарыбыҙ тураһында мәҡәләләр шәлкеме өсөн («Туймазинский вестник» гәзите); Рәдис Ноғоманов, Яҙгөл Юнысова һәм Руфина Хәсәнова – уҡыусыларҙың хоҡуҡи һәм социаль-көнкүреш мәсьәләләренә арналған «Алло, «Өмет» тыңлай» һәм «Ни өсөн шулай?» проекттары, һәм «Власть менән халыҡ араһында бәйләүсе звено булараҡ матбуғаттың роле тураһында» темаһына мәҡәләләр өсөн (Башҡортостан Журналистар союзы менән тәҡдим ителде); Әнисә Бикташева — «Топонимия бассейна рек Малая Сурень, Большая Сурень» китабы өсөн («Зианчуринские зори» гәзите); Юнир Кинйәбаев — «Оҙон юлдар, хәтирәле йылдар...» китабы өсөн («Башҡортостан» гәзите); Сибәғәт Рахманғолов — «Ҡар илендә ҡайындар ҙа юҡ, исмаһам, сер һөйләргә» очерктар шәлкеме («Юшатыр» гәзите); Фәнүр Ғилманов — «Донъя был…» («Кызыл таң» гәзите); Фәрзәнә Аҡбулатова — «Яҙыусы һәм заман» һәм «Сәхнәләге тормош» тапшырыуҙар шәлкемдәре; Наталия Санникова — «Из жизни слов» программалар шәлкеме өсөн һәм Рита Өмөтбаева «Асыҡларға ваҡыт» ток-шоуы өсөн («Башҡортостан» телерадиокомпанияһы менән тәҡдим ителде).

Барлыҡ теләүселәр ҙә конкурс материалдарына үҙ баһаһын бирә ала. Тәҡдимдәрҙе 1 октябрға тиклем киләһе адрес буйынса ебәрергә: Өфө ғалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 10-сы ҡат, 1007-се офис.

Конкурс эштәрен тикшергәндән һуң, комиссия республика журналистар премияһының өс лауреатын билдәләйәсәк.