10 декабрь, Шәмбе

09 сентябрь 2011 йыл, 11:36

«Башҡортостан» милли паркы 25 йыллығын билдәләй

автор: Галина Бахшиева

«Башҡортостан» милли паркы бөгөн үҙенең 25 йыллығын билдәләй. Юбилей саралары программаһында — «Тәбиғәт, фән, туризм» фәнни-ғәмәли конференцияһын һәм II «Башҡортостан» милли паркы дуҫтары фестивален үткәреү.

— Тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләләренә властарҙың, бизнес вәкилдәренең һәм ғилми учреждениеларҙың иғтибарын йүнәлтеү, уларҙы аныҡ тәбиғәтте һаҡлау проблемаларын хәл итеүгә, айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияларында фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлегенә йәлеп итеү беҙҙең маҡсат булып тора, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына ғилми эштәр һәм экологик-ағартыу эшмәкәрлеге буйынса директор урынбаҫары Лилиә Солтангәрәева.

Саҡырылған ҡунаҡтар араһында – Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы идаралығы, төбәктең Мәғариф министрлығы вәкилдәре, ғалимдар, шулай уҡ федераль һәм республика айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялары етәкселәре, хеҙмәткәрҙәре.

«Башҡортостан» милли паркын булдырыуға 25 йыл тулыу айҡанлы Мәләүез районының Нөгөш ауылында иҫтәлекле ылыҫлы аллея ултыртыласаҡ. Байрам сараларының фестиваль программаһына килгәндә, ул да сараларға бай булмаҡсы. Лилиә Солтангәрәева һүҙҙәре буйынса, парк биләмәһендә туристик викторина, Нөгөш һыуһаҡлағысы буйлап экскурсия һәм башҡа саралар ойоштороласаҡ.