9 декабрь, Йома

09 сентябрь 2011 йыл, 10:38

Виталий Мутко «Хәҙерге спорт. Инновациялар һәм перспективалар» III халыҡ-ара күргәҙмәһендә Башҡортостан экспозицияһы менән танышты

автор: Әлфиә Әһлиуллина

8 — 11 сентябрҙә Саранскиҙа үткән «Рәсәй — спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумының тәүге эш көнөндә Рәсәйҙең спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министры Виталий Мутко «Хәҙерге спорт. Инновациялар һәм перспективалар» күргәҙмәһен ҡараны. Башҡортостан үҙенең экспозицияһы менән министрҙың иғтибарын йәлеп иткән тәүге төбәктәрҙең береһе булды. Бында республика делегацияһы вәкилдәре министрға төбәктә спорттың олимпия һәм паралимпия төрҙәрен үҫтәреү тураһында һөйләне.  

Виталий Мутко әйтеүенсә, ул Башҡортостан спортсыларының уңыштары менән бик яҡшы таныш, күптәренә миҙал һәм грамоталарҙы шәхсән үҙе тапшырған. Күргәҙмәлә министр Еңел атлетика буйынса паралимпия уйындарының ун өс тапҡыр чемпионкаһы Рима Баталова менән дуҫтарса әңгәмә ҡорҙо. «Башҡортостанда паралимпия спортының үҫешеүенә ҙур ышаныс бағлайым. Күбеһе һеҙҙең тырышлыҡтан тора, тап һеҙҙең ғәйәт ҙур тәжрибәгеҙ һәм паралимпия еңел атлетикаһы спецификаһын төплө белеүегеҙ, донъя кимәлендәге спортта оло абруйығыҙ паралимпия хәрәкәтен үҫтереү буйынса иң яҡшы ниәттәрҙе бойомға ашырырға ярҙам итәсәк. Паралимпиясыларҙың спорт әҙерлеге үҙәге айырым иғтибарға лайыҡ. Әйҙәгеҙ спорт өсөн бергәләп көрәшәйек!»,  - тип тәҡдим итте ул беҙҙең данлыҡлы яҡташыбыҙға.

«Башинформ» агентлығына БР Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан вәкилдәре күргәҙмәнең эш программаһында әүҙем ҡатнаша, илебеҙҙең башҡа төбәктәренең спорт тармағындағы ҡаҙаныштары менән таныштырыусы пленар ултырыштарға, ғилми-ғәмәли конференцияларға, семинарҙар, түңәрәк өҫтәлдәргә, дискуссион сессияларға йөрөй.  

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Рима Баталованан тыш спорт форумында Башҡортостан делегацияһы составында башҡа спортсылар ҙа ҡатнаша: Ванкуверҙа үткән 2010 йылғы ҡышҡы Паралимпия уйындарының дүрт тапҡыр чемпионы Ирек Зарипов (биатлон һәм саңғы уҙыштары), Туринда 2006 йылғы Олимпия уйындарының көмөш призеры Алексей Селиверстов (бобслей), Наганола үткән 1998 йылғы Олимпия уйындарының бронза призеры Павел Мөслимов (биатлон), шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин, БР Юғары спорт оҫталығы әҙерләү үҙәге директоры Евгений Емельянов һәм башҡалар бар.