10 декабрь, Шәмбе

09 сентябрь 2011 йыл, 10:31

Өфө вакансиялар йәрминкәһендә 600 эш эҙләүсе ҡатнашты

автор: Галина Бахшиева

Һаҡ предприятиелары өсөн Өфөлә үткән вакансиялар йәрминкәһендә 500-гә яҡын эш тәҡдим ителде. Унда Башҡортостандың баш ҡалаһынан 30-лап эш биреүсе һәм 600 эш эҙләүсе ҡатнашты.

Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең предприятиелар менән бәйләнеш буйынса бүлеге начальнигы Ирина Турчина һүҙҙәре буйынса, ҡарауылсыларҙың эш хаҡы кешенең йәшенә, әрмелә хеҙмәт итеүенә, эш тәжрибәһенә һәм ҡоралға лицензия булыу-булмауына бәйле. Был һөнәр вәкилдәренең минималь эш хаҡы ҡалала ете мең һум тәшкил итә.

Был вакансияларҙан тыш, йәрминкәлә төҙөлөш, сауҙа һәм транспорт өлкәһендәге буш эш урындары тәҡдим ителде.

Киләһе вакансиялар йәрминкәһе Өфөлә 15 сентябрҙә үткәреләсәк, үҙҙәренең вакансияларын сәнәғәт предприятиелары тәҡдим итәсәк.