Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.40 ↓

EUR 72.00 ↑

25 май, Йома

Уфа   °

Өфөлә Тажикстандың Генераль консуллығы асылды

Сәйәсәт

Өфөлә Тажикстандың Генераль консуллығын асыу тантанаһы үтте. 9 сентябрь көнө бының өсөн осраҡлы ғына һайланмаған. Тажикстанда дәүләт бойондороҡһоҙлоғоноң 20 йыллығы тап бөгөн билдәләнә.

Консуллыҡ округы составына 14 төбәк инә, уның үҙәге — Өфөлә. Властар менән тура бәйләнеш булдырыу, шулай уҡ унда йәшәүсе Тажикстан граждандары менән осрашыу маҡсатында Консуллыҡ яҡын арала округҡа ингән барлыҡ төбәктәрҙә лә булырға планлаштыра.

Консуллыҡтың пландары һәм маҡсаттары хаҡында тулыраҡ «Башинформ» агентлығы сайтының «Тулылыҡ» (Подробности) бүлегендә Тажикстандың Өфөләге Генераль консулы Содик Имомов интервьюһында уҡырға була.

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть