Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

«Йәшел муйынсаҡ» матурлыҡ эко-конкурсы финалы Башҡортостан гүзәленең күңелен төшөрҙө

Йәмғиәт

Рәсәйҙә тәүгә үткәрелгән «Йәшел муйынсаҡ» матурлыҡ эко-конкурсында Мари Иле Республикаһынан Ольга Мурашова еңеүсе булды. Һылыу «ЭКА МИР-2011» бөтә Рәсәй форумы сиктәрендә ойошторолған был матур конкурстың «йәшел королеваһы» тип танылды.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, «Йәшел муйынсаҡ» финалына сығыусы Башҡортостан гүзәле Лилиә Ғәләүетдинова еңеүгә өлгәшә алманы.

— Конкурста еңә алмауыма күңелем төштө, әлбиттә. Әммә форумда, шул иҫәптән «Йәшел муйынсаҡ» конкурсында ҡатнашыусылар араһында күп ҡыҙыҡлы кешеләрҙе осраттым. Тирә-яҡ мөхит таҙалығы өсөн яуаплылыҡ тойғоһоноң, тәбиғәт өсөн файҙалы эштәр эшләү теләгенең миндә яңыраҡ ҡына уяныуы өсөн бер аҙ уңайһыҙ ҙа булып китте. Шуға күрә йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан төрлө эко-проекттар менән күптән шөғөлләнгән ҡыҙҙар менән танышыу минең өсөн ҙур ҡыуаныс булды, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына матурлыҡ эко-конкурсы лауреаты Лилиә Ғәләүетдинова.

— Шулай ҙа үҙемдең социаль, экологик проекттарымды тормошҡа ашырыуҙан баш тартырға йыйынмайым, — тип дауам итте башҡорт һылыуы. – Бынан тыш, әлеге ваҡытта мин йәшәгән Октябрьский ҡалаһының тормошона бағышланған мәғлүмәт порталын булдырыу өҫтөндә эшләйем. Быйыл педагогия университетына уҡырға ла индем. Киләсәктә балаларҙы инглиз теленә өйрәтәсәкмен. Сентябрҙән ҡала хакимиәте ҡарамағындағы үҫмерҙәр клубында ҡыҙҙар һәм егеттәр өсөн экология түңәрәген алып барасаҡмын. Бөгөнгө идеяларымдың ҡоро һүҙ генә булып ҡалыуын түгел, ә тормошҡа ашырылыуын теләйем. Һәм был ҡулымдан килер, тип уйлайым.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть