Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда торлаҡ менән тәьмин ителмәгән 4 меңдән ашыу етем бала иҫәпләнә

Йәмғиәт

Башҡортостанда 4134 етем бала торлаҡ менән тәьмин ителмәгән, һәм уларҙың 1298-е тап быйыл торлаҡ юллауға хоҡуҡ ала. Был хаҡта бөгөн, 8 августа, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берекмәләре буйынса комитеты ултырышында республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, бындай балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү проблемаһы ҙур ҡалаларҙа киҫкен тора.

— Торлаҡҡа хоҡуғы булған бындай балалар иҫәбе арта, — тип билдәләне министр. – Һуңғы ике йылда ғына уларҙың һаны ике тапҡырға артты.

Әлфис Ғаязов әйтеүенсә, ошондай бер балаға кәм тигәндә 33 квадрат метр торлаҡ талап ителә, әммә бындай фатирҙар әле төҙөлмәй. Хәҙерге фатирҙарҙың күбеһе 60 квадрат метрҙан ашыу майҙанды тәшкил итә. Ошоноң арҡаһында был проблеманы хәл итеүҙең төрлө юлдары, шул иҫәптән, ҡан ҡәрҙәш булған етемдәрҙе бер фатирға индереү кеүек варианттар ҙа ҡарала.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть