Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.12 ↑

EUR 69.76 ↓

21 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Республикала М.Аҡмулла исемендәге стипендия алыусылар билдәләнде

Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән 2011-2012 уҡыу йылында Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендия алыусылар раҫланды.

М.Аҡмулла исемендәге стипендия уҡыуҙағы һәм Башҡортостан халыҡтарының туған телдәрен өйрәнеү менән бәйле фәнни эшмәкәрлектәге юғары һөҙөмтәләр өсөн бирелә.

1 сентябрҙән әлеге стипендияны урта һөнәри белем биреү дәүләт учреждениеларынан ун студент һәм юғары уҡыу йорттарынан биш студент ала башлаясаҡ.

Стипендиаттар Башҡортостан Хөкүмәтенең 2006 йылғы ҡарарына ярашлы уҡыу йорттарының педагогтар һәм ғалимдар советтары менән билдәләнде.

М.Аҡмулла исемендәге стипендия уҡыуҙың өсөнсө йылынан башлап, аҙаҡҡы дүрт сессия һөҙөмтәләре буйынса бер йылға иҫәптә бирелә. Шул уҡ ваҡытта академик һәм социаль стипендиялар һаҡлана, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть