Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

9 – 10 сентябрҙә Туймазыла һәм Октябрьскийҙа «Берҙәм Рәсәй» көндәре үтәсәк

Сәйәсәт

9, 10 сентябрҙә Туймазы һәм Октябрьский ҡалаларында «Берҙәм Рәсәй» партияһы көндәре үтәсәк. Сарала партияның төбәк башҡарма комитеты етәкселәре, министрлыҡ һәм ведомстволар башлыҡтары, республика йәмәғәтселеге вәкилдәре, йәштәр ойошмалары лидерҙары, Рәсәй һәм республика эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашасаҡ. Быйылғы көҙҙә был ошондай икенсе сара. «Берҙәм Рәсәй» көндәре 3 сентябрҙә Ишембайҙа старт алғайны.

Төбәк күләмендә «Берҙәм Рәсәй» көндәрен үткәреү практикаһы тәүге тапҡыр тап Башҡортостанда һынап ҡаралды һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттарында ла ҡыҙыҡһыныу уятты. Ҡайһы берәүҙәр уны файҙаланыуға алды, әммә бындай төбәктәр әлегә күп түгел. Бындай күләмле акциялар төбәктәрҙәге һәр партия бүлексәһенең хәленән килмәй.

«Берҙәм Рәсәй» ҡанаты аҫтында хәйриә, күләмле мәҙәни һәм спорт акциялары үтә, социаль объекттар асыла. «Берҙәм Рәсәй» көндәре сиктәрендә партия вәкилдәре халыҡ менән аралаша, уларҙы борсоған проблемаларҙы үҙҙәренән ишетә.

Теги: анонс
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть