Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Ярославль трагедияһы арҡаһында КХЛ-дың IV чемпионатының старты кисектерелә

Йәмғиәт

«Локомотив» (Ярославль) командаһы хоккейсыларының, тренерҙарының һәм персоналының ғүмерен ҡыйған трагедияға бәйле һәм КХЛ етәкселеге менән ҡабул ителгән Континенталь хоккей лигаһы чемпионатын кисектереп тороу тураһындағы ҡарар арҡаһында, Ярыштар үткәреү департаменты, 2011 йылдың 8, 9, 10, 11 сентябренә планлаштырылған КХЛ чемпионаты матчтары булмай, тип хәбәр итә.

Чемпионатты асыу көнө тураһындағы ҡарар яҡын арала ҡабул ителеп, рәсми рәүештә халыҡ иғтибарына еткереләсәк. 2011/2012 миҙгелдәге КХЛ чемпионаты календарындағы үҙгәрештәр хаҡында өҫтәмә хәбәр ителәсәк.

Шулай итеп, календарҙа күрһәтелгән Өфөлә үтергә тейешле 9 сентябрҙәге «Салауат Юлаев» — «Динамо» (Рига) һәм 11 сентябрҙәге «Салауат Юлаев» — СКА (Санкт-Петербург) араһындағы матчтар булмаясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть