4 декабрь, Йәкшәмбе

08 сентябрь 2011 йыл, 15:16

Республиканың финанстар министры хеҙмәттәштәрен һөнәри байрам менән ҡотланы

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостандың финанстар министры Рузалия Хисмәтуллина финанс хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы.

«Хужалыҡ итеүсе субъекттарҙың, республиканың һәм Рәсәй Федерацияһының уңышлы үҫеше күпселек йәһәттән финанс хеҙмәткәрҙәренең профессионализмы, яуаплылығы һәм яҡшы эшләүенән тора», — тиелә министр ҡотлауында.

Рузалия Хисмәтуллина ветерандарға рәхмәтен белдерҙе, хеҙмәттәштәренә эштәрендә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеүен һәм буласаҡ иҡтисад белгестәре – студенттарға уҡыуҙарында уңыштар теләне.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Финанс хеҙмәткәрҙәре көнө рәсми рәүештә билдәләнгән һөнәри байрам статусына быйыл ғына эйә булды. РФ Президенты Дмитрий Медведев указына ярашлы, ул 8 сентябрь көнө билдәләнәсәк. Был көндө 1802 йылда Рәсәйҙең Финанстар министрлығы булдырылған.