7 декабрь, Шаршамбы

08 сентябрь 2011 йыл, 14:05

Башҡортостандың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов журналистарҙы Теләктәшлек көнө менән ҡотланы

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостан Республикаһының элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен Журналистарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнө менән ҡотланы. Ул 1958 йылда булдырылған, 8 сентябрҙә осраҡлы ғына билдәләнмәй: 1943 йылдың был көнөндә Германияла Чехословакия журналисы, фашистарға ҡаршы көрәшеүсе яҙыусы Юлиус Фучик язаға тарттырыла. Париж төрмәһендә яҙылған һәм донъяның 70 теленә тәржемә ителгән «Муйында элмәкле килеш репортаж» («Репортаж с петлей на шее») китабы уға донъя кимәлендә танылыу килтерә.

«Дөрөҫлөктө яҡлап, уҡыусыларға һәм тамашасыларға мөһим мәғлүмәт еткерәм тип зыян күргән, бер нигә лә ҡарамай үҙҙәренең фекерен яҡлаған хеҙмәттәштәрен был көндө бөтә донъя журналистары иҫкә ала, — тиелә министр ҡотлауында. – Был иҫтәлекле көндә журналистар үҙҙәренең берҙәмлеген, теләктәшлеген, журналистиканың йәмғиәт алдындағы ролен һәм яуаплылығын аңлауын, үҙҙәренең хоҡуҡтарын яҡлауҙа тәүәккәллеген күрһәтә. Журналистар берләшмәһенең асыҡ була барыуына мин бик шат...».