Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө руханиҙары асарбаҡтарға йылы аш тәҡдим итте

Йәмғиәт

Өфө епархияһы тәғәйен йәшәр урыны булмаған кешеләрҙе йылы аш менән һыйланы. Улар өсөн Колхоз баҙары алдындағы майҙанда туҡланыу ойошторолдо. Һәр асарбаҡ аш, икмәк һәм компот алды. Ашатыу сират тәртибендә, талаш-тартышһыҙ үтте.

Өфө епархияһының мәғлүмәт-аналитика хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әүәлге наркомандар — православие үҙәгендә реабилитация үткән һәм мохтаждарға ярҙам итергә ҡарар иткән кешеләр был сараның инициаторҙары булып сығыш яһаған. Элекке наркомандар киләсәктә өйһөҙҙәр өсөн кейем-һалым йыйыуҙы ойошторорға, бындай кешеләргә даими йыуыныу өсөн мөмкинлек булдырырға һәм уларҙы эшкә урынлаштырыуҙа булышлыҡ итергә планлаштыра. Өфө епархияһынан йылы ашты асарбаҡтар һәр йәкшәмбе ала аласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть