Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов «Локомотив» клубы хоккейсыларының һәләк булыуы айҡанлы ҡайғы уртаҡлашты

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов «Локомотив» хоккей командаһының авиакатастрофала һәләк булыуы айҡанлы ғаиләләренең, туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты.

«Башҡортостан Республикаһы һәм шәхсән үҙемдең исемдән «Локомотив» хоккей командаһының авиакатастрофала һәләк булыуы айҡанлы ғаиләләренең, туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашам. Был ҡурҡыныс афәт тураһындағы яңылыҡ республика халҡы йөрәктәрендә ҡайғылы ауаз тапты. Уртаҡ ҡайғыбыҙға бәйле хәсрәтле кисерештәребеҙҙе һүҙ менән әйтеп биреү ауыр.

Был матәм көндәрендә беҙ Рәсәй менән бергә һеҙҙең ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ», — тиелә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Ярославль өлкәһе губернаторы Сергей Вахруковҡа ебәргән ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһында.

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Континенталь хоккей лигаһы Президенты Александр Медведевҡа һәм «Локомотив» хоккей клубы Президенты Юрий Яковлевҡа ла ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаларын ебәрҙе, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть