Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районына газ үтә

Иҡтисад

Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районында газ үткәрелә башланы, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров.

Май айында район биләмәһендә «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Изге эштәр» проекты старт алды, уның нигеҙендә урындағы халыҡтың теләктәренән ҙур исемлек төҙөлдө. Районға газ үткәреү иң төп проблемаларҙың береһе тип билдәләнде.

Артабан Силәбе өлкәһе губернаторы Михаил Юревичтың Ҡоншаҡ районы хакимиәте башлығы Вадим Закиров менән осрашыуы үтте, унда район проблемалары ҡабаттан телгә алынды. Осрашыу йомғаҡтары буйынса төбәк башлығы районға 15 миллион һум күләмендә аҡса бүлергә ҡушты.

Михаил Хәбиров әйтеүенсә, яҡын арала Ҡоншаҡ ауылының Карл Маркс, Партизандар, Лермонтов урамдарына газ инә башлаясаҡ.

— Районға газ килеүе ауыл халҡының көндәлек тормошон ысын мәғәнәһендә модернизациялауҙы аңлата, — тип билдәләне ул.

Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле Мөхәмәтулла Хафизов әйтеүенсә, Ҡошаҡ районы – иң боронғо башҡорт ауыл хужалығы ерҙәренең береһе, Башҡортостан хөкүмәте башлығы Әхмәтзәки Вәлидов бойороғо менән 1917 йылда ойошторолған. Район Башҡорт АССР-ының Арғаяш кантоны составында була.

— 1956 йылда «Маяҡ»  производство берекмәһе заводындағы радиацион һәләкәттән зыян күргән район өсөн, төп халыҡ өсөн газлаштырыу – ысын бүләк ул, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Мөхәмәтулла Хафизов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть