6 декабрь, Шишәмбе

08 сентябрь 2011 йыл, 11:07

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Президентының сифат өлкәһендәге премиялары тураһындағы Положениены раҫланы

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы Президентының сифат өлкәһендәге премиялары тураһындағы Положениены раҫлау хаҡында Указға ҡул ҡуйҙы.  

Башҡортостан Президентының продукция сифаты өлкәһендәге премияһына дәғүә итеүгә конкурс тауар һәм күрһәтелгән хеҙмәттәр өлкәһендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән республика ойошмаларын һәм шәхси эшҡыуарҙарын дәртләндереү маҡсатында үткәрелә.  

Быйыл 35 ойошма заявка биргән. Тапшырылған документтарҙы ҡарағандан һуң конкурс комиссияһы ыңғай ҡарар итһә, ойошмаларға конкурсант статусы бирелеүе тураһында белдереү ҡағыҙы ебәрелә.

Премиялар ойошмаларға продукцияның юғары сифаты, сифат менеджментының юғары һөҙөмтәле алымдарын индереүҙәре өсөн бирелә. Беренсе урын алған конкурсанттар конкурс лауреаты исеменә лайыҡ була, уларға Премия эмблемаһы төшөрөлгән сифат кубоктары һәм беренсе дәрәжә дипломдары тапшырыла.