7 декабрь, Шаршамбы

08 сентябрь 2011 йыл, 10:02

Башҡортостан менән РФ Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

автор: «Башинформ» | фото: Олег Яровиков

7 сентябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Рәсәй Федерацияһының спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министры Виталий Мутко Башҡортостан Республикаһында физик культураны һәм спортты үҫтереү өлкәһендә килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Килешеү өс йылға иҫәпләнгән, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.

Документта, атап әйткәндә, республиканың киләһе спорт төрҙәрен үҫтереү ҡарала: биатлон, бобслей, тау саңғыһы спорты, шорт-трек, саңғыла трамплиндан һикереү, сноуборд, фристайл, бокс, велоспорт, байдаркаларҙа һәм каноэла ишеү, еңел атлетика, ауыр атлетика, фехтование. Был маҡсаттарға Башҡортостанға федераль бюджеттан тәүгә аҡса бүленәсәк. 2011 йылда сумма 8,6 миллион һум тәшкил итәсәк.

Килешеүҙә яңы спорт әҙерлеге үҙәктәрен һәм базаларын төҙөү, булғандарын модернизациялау ҙа күҙ уңында тотола. Документтың айырым положениелары менән республикала һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыу, шулай уҡ паралимпия спорт төрҙәрен үҫтереү ҡарала.

Осрашыу барышында Рөстәм Хәмитов менән Виталий Мутко шулай уҡ 2021 йылда Башҡортостанда Милли һәм олимпия уйындарына индерелмәгән спорт төрҙәре буйынса бөтә донъя уйындарын үткәреү перспективаларын тикшерҙе.

Документҡа ҡул ҡуйылғас, Виталий Мутко былай тине:

— Беҙ Башҡортостан Республикаһы менән хеҙмәттәшлек итеүебеҙҙән бик ҡәнәғәтбеҙ. Граждандарҙы физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү күрһәткестәре, матди-техник базаны үҫтереү, илдең милли йыйылма командалары өсөн спортсылар әҙерләү буйынса ла Башҡортостан алдынғы төбәктәрҙең береһе булып тора. Республикала паралимпиясылар әҙерләү, инвалидтарға физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыу буйынса эштәр яҡшы ойошторолған. Бөгөнгө килешеү төп спорт төрҙәрен, матди базаны үҫтереүгә һәм спортты популярлаштырыуға йүнәлтелгән.

Рөстәм Хәмитов, үҙ сиратында, былай тине:

— Рәсәй Федерацияһының Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы менән эшлекле һәм дуҫтарса мөнәсәбәттәр булдырылды. Берлектә Өфөлә бер нисә ҙур ярыш үткәрергә планлаштырабыҙ. Был Халыҡ-ара балалар уйындары ла, төрлө кимәлдәге чемпионаттар ҙа. Әлеге бурыстарҙы уңышлы үтәрбеҙ, тип уйлайым.