Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Рәсәй-Дания дипломатик сараларында ҡатнашты

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев исеменән Дания Королеваһы Маргрете II хөрмәтенә әҙерләнгән Дәүләт ашында, шулай уҡ Ғали йәнәптәренең яуап мәжлесендә ҡатнашты, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.

Рәсәй яғынан төшкө ашта Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев, РФ Дәүләт Думаһы рәйесе Борис Грызлов, Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров, Рәсәйҙең Именлек советы секретары Николай Патрушев, РФ мәҙәниәт министры Александр Авдеев, РФ энергетика министры Сергей Шматко, РФ транспорт министры Игорь Левитин, Псков һәм Калиниград өлкәләре губернаторҙары Андрей Турчак һәм Николай Цуканов, РФ Президенты Хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, бизнес-берләшмә вәкилдәре булды.

Дания яғынан — Дания Королеваһы Маргрете II, Дания Короллегенең Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Том Рисдаль, король һарайының бер нисә юғары дәрәжәләге хеҙмәткәрҙәре һәм Данияның эшлекле даирәләре делегацияһы.

Саралар дауамында бик күп эшлекле осрашыуҙар үтте, энергияны һаҡсыл ҡулланыу һәм ауыл хужалығы өлкәһендәге перспективалы проекттар ҡаралды. Был проекттарҙың бер нисәүһен Башҡортостанда тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Атап әйткәндә, беҙҙең республикала был компания вәкилдәре танышыу визиты менән булып киткән Danfoss  дат компанияһы менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында һүҙ бара.  

«Дания предприятиелары ҙур һәм даими үҫешеүсе Рәсәй баҙарына ҡыҙыҡһыныу менән ҡарай, — тине Дания Королеваһы Маргрете II. — Әлеге дәүләт визитында ҡатнашыусы дат предприятиелары иҫәбенең ғәйәт күп булыуы факты ла быны асыҡ күрһәтә».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть